Ә һеҙ беләһегеҙме?

Башҡортостанда ике мәмерйә Салауат Юлаев исемен йөрөтә. Ишембай районындағы Салауат Юлаев мәмерйәһенә, ысынында, милли батырыбыҙ яҡын да килмәгән.

Был мәмерйә бейеклеге 70 метрлыҡ Кәлимосҡан ҡаяһында урынлашҡан. Мәмерйәлә Салауат батыр үҙе бер ҡасанда булмаған. Ә ни бары был урында 1940 йылда режиссер Яков Протазанов "Салауат Юлаев" фильмын төшөргән.


Ҡая, мәмерйәһе менән бергә, 1985 йылда тәбиғәт ҡомартҡаһы тип иғлан ителгән. Ысын Салаут Юлаев мәмерйәһе Йүрүҙән йылғаһы буйында урынлашҡан.


Риүәйәт буйынса, Кәлим исемле егет һөйгән ҡыҙының яуапһыҙ мөхәбәтенә үпкәләп ҡаянан ташланған. Ҡаяның исеме шунан килә.
Читайте нас