Баллы торт

Сәй табынына еңел генә әҙерләнә торған торт.

3 йомортҡаға 1 стакан шәкәр, 2 аш ҡалағы бал, 1 балғалаҡ сода һалып яҡшылап туҡырға, 200 г аҡ май йәки маргарин иретеп һалырға. Шәкәре яҡшылап иреһен өсөн ҡамырға әҙерләгән массаны һыуы ҡайнап ултырған кәстрүл өҫтөндә тотоп алырға. Һуңынан 3 – 3,5 стакан он һалып, йомшаҡ ҡына ҡамыр баҫырға, һыуытҡыста тотоп алырға ла, 8 өлөшкә бүлеп, нәҙек кенә итеп йәйергә. Йәймәләрҙе пергамент ҡағыҙына һалып, ҡыҙған мейестә бешереп алырға. Корждар һыуынғас, крем һылап,ҡатлап өйөргә.
Крем бик яйлы әҙерләнә. Ярты литр ҡуйы ҡаймаҡҡа 0,5 шәкәр ҡомо һалып , яҡшылап болғатығыҙ. Ҡуйыртылған һөткә аҡ май һалып та әҙерләргә була.
Татлыраҡ торт яратыусылар 1–2 ҡатҡа ҡуйы варенье, джем да һылай ала.
Читайте нас