Бөгөн – Халыҡ-ара йыһан көнө

Ә һеҙ космоста зомби, каннибал, вампирҙар барлығын беләһегеҙме?

Халыҡ-ара йыһан көнө быйыл 24-се тапҡыр билдәләнә. Иң тәүҙә ошо дата булдырылыуын 1998 йылда Америка астронавты Э. Томас иғлан итә. Был ваҡытта ул “Мир” орбиталь станцияһында була.
Космоста зомбиҙар, каннибалдар, вампирҙар бар, имеш. Тик улар беҙ киноларҙа күргән кеүек түгел.
Зомби, мәҫәлән, өп-өр яңы йондоҙ, ти. Бер тапҡыр булған да, үлгән һәм янындағы йондоҙ шартлауы арҡаһында, уның энергияһын алып, ҡабаттан тыуған йәки уға ҡушылған. Тик йыһан зомбиҙарының ғүмере оҙон түгел икән.
Каннибализм күренеше йыһанда йыш була. Мәҫәлән, беҙҙең галактикаға яҡын урындашҡан Андромеда йондоҙлоғо үҙенән бәләкәй күк есемдәрен “ашай”. Вампирҙар ҙа эргәһендәгеләрҙең көсөн урлай.
Космосты кешелек берәй ҡасан яҡшы ғына өйрәнә алырмы икән? Юҡтыр. Аҡыл етмәҫ.
Ярай, беҙ йәшәгән Ҡош юлы имен генә хәрәкәт итһен әйҙә.
Фото: vk.com
Читайте нас