Стәрлетамаҡта автомобиль туҡталҡаһында 3 йәшлек бала табылған

Баҡһаң, сабыйҙы ата-әсәһе инвалид туғанына ҡалдырып киткән булған. Ә ул...

Парковкала ялан аяҡ йөрөгән сабыйҙы эске хеҙмәт лейтенанты Лиана Петрова табып ала, барыһын да төпсөнөп һораша башлай. Әле яҡшылап теле лә асылмаған бала үҙе йәшәгән күп ҡатлы йортҡа ҡулы менән төртөп күрһәтә. Суд приставы малайҙы етәкләп, уның ата-әсәһен эҙләргә тотона.
Асыҡланыуынса, ата-әсә сабыйын һаңғырау-телһеҙ туғанына ҡалдырып ҡайҙалыр сыҡҡан булған. Ә инвалид ҡатын эскән һәм бала хаҡында бөтөнләй онотҡан. Был турала лейтенантҡа ғаиләнең күршеләре бәйән итә.
Һөҙөмтәлә малайҙы суд приставы хеҙмәте бинаһына алып ҡайталар. Хоҡуҡ һаҡсылары тиҙ арала яуапһыҙ ата-әсәне эҙләп таба. Яҡшы йәшәгән, быға тиклем хөкөм ителмәгән ғаилә булып сыға. Ата-әсә бурысын тейешле үтәмәгәне өсөн әсә административ яуаплылыҡҡа тарттырыла.
Читайте нас