+2 °С
Болотло
Вконтакте
Одноклассники
Телеграм
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
10
Яңылыҡтар таҫмаһы
20 Май 2021, 15:00
Шарҙар осормауығыҙ һорала...
Мәктәптәрҙә һәм балалар баҡсаларында сығарылыш байрамдары алдынан республиканың Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығы тәҡдим итә: тәбиғәткә һәм тереклеккә зыян килтереү хәүефе булғанлыҡтан, шар, “утлы шар”, ”ҡытай фонарҙары” осормағыҙ.
Йыл һайын шундай сараларҙан һуң күккә миллионлаған шар (шул иҫәптән гелий шарҙары) осорола. Латекс, шар шунан тора, беләһегеҙҙер, йылдар буйына тарҡалмай. Уны йә хайуандар ашай йә ҡоштар. Етмәһә, бауҙарына сырмалалар. Шар осороу кешегә ҡыҙыҡтыр ҙа, әммә тәбиғәткә бер ниндәй ҙә файҙаһы юҡ.
“Ут шарҙары” (светошар) бигерәк тә ҡурҡыныс. Сөнки уларҙағы батарейка II кластағы хәүефкә эйә. Составында магний, терегөмөш, ҡурғаш, никель, цинк, кадмий кеүек матдәләр бар. Ә улар тәбиғәткә һәм кешегә ҙур зыян килтерә.
“Ҡытай фонары” ла шулай уҡ хәүефле. Улар арҡаһында әллә нисәмә янғын сыҡҡан. Рәсәйҙә был фонарҙарҙы осороу тыйылған.
Министрлыҡ әйткәнен тыңлағыҙ, мөхиткә зыян килтереүсе булмағыҙ!
Фото: Т. АМАНОВ.
Читайте нас:
Ултыр беҙҙең арбаға!
"Йәшлек" гәзитенең "Телеграм"дағы каналына ҡушыл, дуҫ!
Cайт использует файлы cookie и сервисы сбора технических данных посетителей.
Продолжение пользования сайтом является согласием на применение
данных технологий
Принять