Өр-яңы фонтанды сүп-сар менән тултырғандар!

Нимә?Ҡайҙа?Ҡасан?Сайтта яҙҙыҡ: ⏬

1 май байрамында Борай ауылының үҙәк майҙанында фонтанды сафҡа индергәндәр. Был ваҡиға район үҙәге халҡы өсөн бик ҡыуаныслы ваҡиғаға әйләнгән. Объект "Торлаҡ һәм ҡала мөхите" милли проекты һәм федераль яҡтан әһәмиәтле "Ҡулайлы ҡала мөхитен булдырыу" федераль проекты буйынса төҙөлгән. Тик ошо көндәрҙә бик насар хәл күҙәтелгән - фонтандан һыу ғәҙәттәгенән түбәнерәк һиптерә башлаған. Баҡтиһәң, ҡоролманың резервуарҙары сүп-сар менән лыҡа тулған. Көнбағыш ҡабығы, шешә өлөштәре, уйынсыҡтар кеүек пластик әйберҙәр торбаларға һәм форсункаларға тығылған.
Был нимә? Хаслыҡмы әллә вайымһыҙлыҡмы? Борайҙарға фонтан кәрәкмәйме?
Һорау асыҡ булып ҡала.
Читайте нас