Уҙған ярыш көндө ир-ат эстафета командаһы 200 метр араға ирекле йәҙәүҙә алтын миҙал яулап, дөйөм һанын 16-ға еткерҙе. Шулай уҡ Климент Колесников 100 метр араға ирекле йөҙөүҙә сираттағы «алтын»ына эйә булып, ошо уҙған беренселектә өс тапҡыр Европа чемпионы исемен яуланы. Ғөмүмән, беҙҙең спортсылар әлегә 16 алтын, 5 көмөш һәм 8 бронза миҙал яулап, командалар беренселегендә күпкә алға китте. Икенсе-өсөнсө урындарҙы бүлешкән Италия менән Украина атлеттары Рәсәйҙән 10 алтын миҙалға ҡалыша.