Хәйриә концерты

Башҡорт дәүләт опера һәм балет театры хоры балаларға үпкәне яһалма елләтеү аппараттары һатып алыу өсөн Халыҡ-ара балаларҙы яҡлау көнөндә хәйриә концерты ойоштора.

«Дауалап булмаған сирҙән яфаланған балалар өсөн ҡорамал – ашау, тын алыу, йоҡлау мөмкинлеге ул. Балалар бүлексәһе өсөн дөйөм сумма – 11 миллион һумдан ашыу. Театр етәкселегенә һәм коллективына әлеге башланғыс өсөн бик рәхмәтлебеҙ», — тине Өфө хосписының башҡарма директоры Радмила Сурначева.

Концерт Башҡорт опера һәм балет театрының Ҙур залында буласаҡ. Билет хаҡы – 200-2000 мең һум.

Сығанаҡ : «Башинформ»
Читайте нас