"Беҙ, ҡатын-ҡыҙҙар, йылылыҡ, йылмайыу бүләк итергә тейешбеҙ, ә беҙҙең ҡатын-ҡыҙ бәхете биләмәһенән ирҙәребеҙ, балаларыбыҙ һәм туғандарыбыҙ ыңғай энергия алырға тейеш. Башҡортостанда төрлө ҡыҙыҡһыныуҙарҙы берләштергән бик күп ҡатын-ҡыҙ ойошмалары бар. Ләкин тупланыу, ҡаҙаныштар хаҡында һөйләү һәм тәжрибә уртаҡлашыу өсөн майҙансыҡ юҡ ине. «Ҡатын-ҡыҙ бәхете биләмәһе» быны эшләй алды. Беҙ үҙеңде, һәләтеңде күрһәтеү, үҙеңдең һәм ғаиләңдең тормошон үҙгәртеү өсөн ниндәйҙер яңылыҡ табырға мөмкинлек бирәбеҙ", — тип билдәләне Каринэ Влидмировна.
Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров проекттың республиканың байтаҡ ҡалаларында һәм райондарында булыуын, уның географияһы киңәйә барыуын әйтте.
«Залда шул тиклем гүзәл һәм һылыу ҡатын-ҡыҙҙарҙың ултырғанын иҫләмәйем. Былтыр ошо залда шундай составта йыйыла алырбыҙ тип күҙ алдына килтереүе ауыр ине, был – беҙҙең коронавирусты еңеүебеҙ ул. Бөгөн «Ҡатын-ҡыҙ бәхете биләмәһе» командаһына рәхмәт белдерәм. Уның хаҡында тик ыңғай фекерҙәр, ул бик файҙалы. Беҙгә, ир-аттарға, һеҙҙең аҙ ғына йылмайыуығыҙ ҙа етә. Ә ир-егеттәрҙең бурысы – Башҡортостан биләмәһе ҡатын-ҡыҙ бәхете биләмәһенә әйләнергә тейеш», — тине Радий Хәбиров.
«Проект башланғандан алып күп ваҡыт та үтмәне кеүек, ләкин меңләгән ҡатын-ҡыҙ үҙен яратырға һәм бәхетле булырға өйрәнде. Ҡатын-ҡыҙ бәхетле булһа, бөтә ерҙә лә бәхет бар», — тип билдәләне Башҡортостандан сенатор Лилиә Ғүмәрова һәм Федерация Советы рәйесе Валентина Матвиенконың сәләмләү һүҙҙәрен еткерҙе.
Форумда ҡатнашыусыларҙы ике көн дауамында бай программа: лекциялар, түңәрәк өҫтәлдәр, оҫталыҡ дәрестәре, воркшоптар, медицина консультациялары һәм экспресс-тестар көтә.
Сараға ҡунаҡтар – Оксана Пушкина, Арина Шарапова, Алена Яковлева, Ольга Баталина, Валентина Пешкова, Нюта Федермессер, Петр Кучеренко, Валентина Паевская, Арпине Саркисян, Регина Доктор, Александр Семин килгән.
Беренсе көндә — ҡатнашыусылар өсөн эшлекле программа уҙһа, икенсеһендә (21 майҙа) һаулыҡ һәм үҙеңде үҫтереү хаҡында лекциялар буласаҡ.
Фото: сайт Главы РБ