Ҡала көнөнә бүләк

Өфө урамдарын төҙөкләндереү барғанын күрәһегеҙҙер. Юлдар ябыҡ булыу сәбәпле, бер аҙ уңайһыҙыраҡ та, уның ҡарауы, яңыртылғандан һуң барыһы ла яҡшы яҡҡа үҙгәрәсәк.

8 Март һәм Комсомол урамдарында "Хәүефһеҙ сифатлы юлдар" милли проекты буйынса барған реконструкция 2019 йылда башланып, объекттар ҡатмарлы булғаны өсөн эш өс йылға һуҙылырға тейеш ине.
Әле ҡайһы бер участкала финишҡа етеп киләләр. Мәҫәлән, 8 Март урамының Минһажев һәм Әй урамдары менән киҫелешендә асфальт һалалар. Барлығы өс ҡатлам һалынасаҡ. Әле икәүһе йәйелгән дә инде.
Был юл өлөшө Ҡала көнөнә асыласаҡ.
Шулай уҡ Комсомол урамының Һәҙиә Дәүләтшина бульвары һәм Галле округы менән киҫелешкән өлөшө лә әҙер буласаҡ.
1 сентябргә 8 Март урамының Әй урамынан Һ. Дәүләтшина бульварынаса, Комсомол урамының Галле округынан Урман техникумы урамынаса өлөшөндә хәрәкәт тергеҙеләсәк.

Фото: Өфө ҡалаһы хакимиәте сайтынан.
Читайте нас