Һеҙгә таныш булмаған, шулай ҙа дуҫығыҙҙың аватаркаһы ҡуйылған номерҙан: "Был яңы номерым, иҫкеһен юй", - тип яҙалар. Артабан аудио хәбәр килә, ул ысынлап та, дуҫығыҙҙың тауышына оҡшаған. Ысынында иһә, был тауышты ҡабатлаусы махсус программа.
Һеҙ ҙә тауышлы хәбәр менән яуап бирәһегеҙ. Был төп хата! Шулай итеп, тауышығыҙ базаға индерелә.
Был, әлбиттә, аҡса һорау өсөн эшләнелә, сөнки һеҙ яҡын кешегеҙҙең тауышын ишеткәс, бер нимәнән дә шикләнмәйһегеҙ. Һеҙҙең тауышты иһә икенсе танышығыҙҙан аҡса һорау өсөн файҙаланасаҡтар.
Ошондай хәлгә тарымаҫ өсөн, был хәбәрҙе таратығыҙ! Алдаҡсылар ҡулынан зыян күрергә яҙмаһын!