"Лада Веста" автомобиле табиптарҙы йөрөтөү һәм уларҙың ярҙамына мохтаж пациенттарға паллиатив ярҙам күрһәтеү өсөн тәғәйенләнгән. Ул Республика һаулыҡ һаҡлау өлкәһенең тәүге звеноһын модернизациялау программаһына ярашлы һатып алына.
“Һаулыҡ һаҡлау” милли проектына ярашлы, дауаханаға яңы заманса ультратауыш диагностикаһы аппараты ла ҡайтарылған.