Кәримовтарға ярҙам итәйек!
Кисә Ҡырмыҫҡалы районының Ҡарлыман ауылында ҡупған оло янғында Кәримовтар ғаиләһе йортһоҙ ҡалды.Ҡапыл өйҙәрендә янғын сығып, улар урамда тороп ҡалды, янғындан донъяларын һаҡлап ҡала алманыҡ.Бәлә яңғыҙ йөрөмәй, тиҙәр. Быйыл февраль айында ғаилә башлығы Әмир Кәримов баҡыйлыҡҡа күскән ине. Наталья Кәримова яңғыҙы өс бала тәрбиәләй, иң кесеһе Диана 7-се класта уҡый.Иптәштәр, оло ҡаза күргән ғаилә беҙҙең ярҙамға мохтаж!Ошо телефон номеры буйынса аҡсалата ярҙам күсерә алаһығыҙ. 8-937-300-19-74 ("Сбербанк", Наталья Ивановна)Изгелек ерҙә ятып ҡалмай, тиҙәр. Бер-беребеҙгә ҡарата мәрхәмәтле булайыҡ, ғаиләне был ҡайғылы хәлдә яңғыҙ ҡалдырмайыҡӘйберҙәр менән ярҙам итергә теләүселәр, шылтыратып-һорашып, алып бара алаһығыҙ.