

«Торатау» конгресс-холында башланасаҡ сарала лекциялар, "түңәрәк өҫтәл"дәр, оҫталыҡ дәрестәре, воркшоптар, медицина консультациялары һәм экпресс-тестар уҙасаҡ. Сараның ҡунаҡтары – Оксана Пушкина, Арина Шарапова, Алена Яковлева, Ольга Баталина, Валентина Пешкова, Нюта Федермессер, Петр Кучеренко, Валентина Паевская, Арпине Саркисян, Регина Доктор, Александр Семин. Улар үҙҙәренең тәжрибәһе менән уртаҡлашырға һәм яҡшы яҡҡа үҙгәрештәргә дәрт бирергә әҙерләнә.
Беренсе көндә — ҡатнашыусылар өсөн эшлекле программа, икенсеһендә (21 майҙа) һаулыҡ һәм үҙеңде үҫтереү хаҡында лекциялар була. Программа менән бында танышырға мөмкин.