1974 йылда венгр архитекторы Эрно Рубиктың башына бер уй килгән. Ул ваҡытта Рубик Будапешт академияһында уҡытҡан да, төркөмдәрҙең математик теорияһын студенттарына бер нисек тә еткерә алмаған. Ахырҙа төрлө төҫтәге бәләкәй генә 27 кубик әҙерләп, шуларҙы һәр яғы айырым бер төҫтәге бөтөн кубҡа йыйып күрһәтергә булған. Тик оҙаҡ ҡына маташҡан. Бер ай буйына йыйырға тура килгән. Аңлайһығыҙҙыр.
1975 йылда “Тылсымлы (магик) Куб” патентын алған. Ике йылдан магазиндарға тәүге партияһын сығарғандар. Американдар ҙа бик ҡыҙыҡҡан. Әммә Венгриялағы патент унда ғәмәлдә була алмағанлыҡтан, 1980 йылда уйынсыҡты “Рубик кубигы” тип үҙгәртеп, һата башлағандар.
Әле кубикка Seven Towns Ltd тигән инглиз компанияһы хужа.
Планеталағы һәр өсөнсө кешенең өйөндә бар ул кубик. Һәр икенсе кеше уны йыйып ҡараған.