Башҡорт опера һәм балет театрының художество етәксеһе, Башҡортостандың халыҡ артисы Асҡар Абдразаҡовҡа күп йыллыҡ намыҫлы хеҙмәте һәм РФ Президенты эшмәкәрлеген тәьмин итеүҙә ҙур өлөш индергән өсөн абруйлы исем бирелде.
Асҡар Әмир улын ихлас күңелдән ҡотлайбыҙ һәм ижади уңыштар теләйбеҙ!
Әйткәндәй, ошо көндәрҙә Асҡар Әмир улы үҙен беренсе тапҡыр режиссер булараҡ һынап ҡараны - "Дон Кихот" (Ж. Массне) операһын сәхнәләштерҙе.