“Ҡара коллекторҙар”ға бәйле енәйәти яуаплылыҡ тураһында закон проекты ҡарала

Закон проекты тәүге уҡыуҙа ҡабул ителде. Сама белмәгән коллекторҙарға ҡарата ҡанун ҡәтғиләнә.

РФ Дәүләт Думаһының Төҙөлөш һәм ҡануниәт буйынса комитеты депутаттарға “ҡара коллекторҙар”ҙан штраф түләтеү генә түгел, ә 12 йылға тиклем төрмәгә ултыртыуҙы күҙаллаған закон проектын хупларға тәҡдим итте.
Кем ул “ҡара коллектор”? Бурыслыларға артыҡ янаусы, мөлкәтенә зыян килтереүсе, ялған хәбәр таратыусы, кешенең намыҫын бысратыусы. Ундайҙар бар. Уларға халыҡтан ялыу күбәйгән.
Депутаттар штраф күләмен, башҡа яуаплылыҡ төрөн ҡарай.
Штраф 300 000 – 500 000 һум булыуы ихтимал. Шулай уҡ биш йылға тиклем мәжбүри эштәр, төрмә, өс йылға тиклем билдәле бер тармаҡта эшләүҙе тыйыу кеүек язалар ҡарала. Ә ойошҡан төркөм ағзаларына 12 йылға тиклем төрмә янай.
Дәүләт Думаһында Башҡортостандан депутат Рафаэль Мәрҙәншин белдереүенсә, закон проектын хуплау дөрөҫ. Әммә тулыландырырға кәрәк. Мәҫәлән, кем енәйәт субъекты була: 230-сы Федераль законға ярашлы кешенән бурыс ҡайтарыу буйынса эшмәкәрлек алып барыусымы, әллә теләһә ҡайһы физик шәхесме?
Һәр хәлдә хаттинашҡан коллекторҙарға ҡарата закон күптән кәрәк ине...
Фото: РФ Дәүләт Думаһы сайтынан.
Читайте нас