Быға тиклем ошо темаға осрашыуҙар Башҡортостандың төрлө ҡалаһында уҙғайны (тәүге йылдарҙа Өфөлә, артабан Стәрлетамаҡта, Нефтекамала, Учалыла, Күмертауҙа, Туймазыла, Яңауылда).
Быйылғы тема: “Ҡала башҡорттары: күп милләтле ҡалала этник үҙбилдәләнеш” тип атала.
Сарала республика ҡалаларының социаль-иҡтисади үҫеше, башҡорттарҙың урбанизация, милләтте, телде, мәҙәниәтте һаҡлау һәм проблемалары, шулай уҡ телгә бәйле хәл-торош, тәрбиә мәсьәләләре тураһында фекер алышыуҙар, һөйләшеүҙәр буласаҡ.