Әле юлсылар иҫке асфальт ҡатламын фрезалай, был эш киләһе аҙна аҙағынаса дауам итәсәк. Бөгөнгә 5 см ҡалынлыҡтан ике мең тоннаға яҡын асфальтогранулят "сиселгән". Артабан Алексеевка шоссеһы сите 12 сантиметр бейеклегендә нығытыласаҡ, йәмәғәт транспорты "кеҫәләре" һәм туҡталыштары ҡороласаҡ, өҫкө һәм аҫҡы ҡатламда асфальт түшәләсәк, термопластиктан юл разметкаһы һалынасаҡ. Контракт буйынса 15 сентябргә тиклем эште тамамлау ҡаралған, подрядсы иһә ҡулайлы һауа шарттары торһа 20 июндә йүнәлеште файҙаланыуға тапшырырға ниәтләй.