Халҡы 50 меңдән ашҡан ауылда мәктәптә эшләгән 35 уҡытыусы миллион һум аҡса аласаҡ. Матди ярҙам сит тел, математика, физика, рус теле һәм әҙәбиәте, химия, башланғыс синыф уҡытыусыларына биреләсәк. Республиканың 13 мәктәбенә эшкә барып, был программа буйынса аҡса алырға теләүселәр табылмаған. Асҡын, Баҡалы, Балаҡатай, Бишбүләк, Благовар, Борай, Дыуан, Ейәнсура, Нуриман, Ишембай, Миәкә райондарына уҡытыусылар талап ителә.