Уларға коронавирус ҡурҡыныс түгел

17 майға Башҡортостанда яңы коронавирус инфекцияһынан 224864 кеше вакцина эшләткән.

Улар вакциналауҙың ике этабын да үткән, тип хәбәр итә вице-премьер – һаулыҡ һаҡлау министры Максим Забелин.
Республика поликлиникаларында 155 вакциналау пункты ойошторолған. Прививкаға «Дәүләт хеҙмәте» порталы һәм регистратура аша яҙылырға мөмкин. Шулай уҡ Өфө ҡалаһында Башҡорт дәүләт опера һәм балет тетарында, «Мега», «Планета», «Башҡортостан» сауҙа үҙәктәрендә, Стәрлетамаҡта «СитиМолл» сауҙа үҙәгендә биш мобиль пункт ойошторолған.
Прививканы «Сәләмәт республика – сәләмәт төбәк» акцияһы сиктәрендә сәләмәтлек поездарында эшләтергә мөмкин. Улар 16 апрелдән республика буйлап алты маршрут буйынса эшләй.
Бынан тыш, 14 майҙа Өфө ҡалаһында вакциналаныусылар араһында акция иғлан ителде. Унда ҡатнашыу өсөн вакциналау пункттарының береһендә прививка эшләтергә, QR-кодлы үҙенсәлекле флаер алып, «Сәләмәт Өфө» сайтында теркәргә кәрәк. 23 июндә «Вся Уфа» телеканалында акцияла ҡатнашыусылар араһында ҡиммәтле бүләктәр, шул иҫәптән бер бүлмәле фатир һәм 10 смартфон уйнатыла.
Акция 20июнгә тиклем дауам итә.
Фото:Т.Аманов.
Читайте нас