“Маткап”ты тотоноу мөмкинлеге артыуы ихтимал

Ошо мәсьәләгә бәйле, РФ Хөкүмәте вице-премьеры Татьяна Голикова Президентҡа мөрәжәғәт юллаған, тиҙәр.

Үҙәк сығанаҡтар яҙыуынса, вице-премьер “әсәлек капиталы”н файҙаланыу буйынса ғаиләләргә күберәк мөмкинлек биреү яҡлы. Владимир Путинға үтенесендә Татьяна Голикова ҡағиҙәләрҙе ике йүнәлештә ҡайтанан ҡарауҙы һораған. Тәүгеһе – “маткап”ты шәхси торлаҡ төҙөүгә һәм реконструкциялауға сабый тыуғас та файҙаланыу (әле өс йәшкә тиклем көтөргә). Икенсеһе – капиталды лицензияһы булған шәхси эшҡыуарҙарҙа белеү алыу хеҙмәтенә түләү.
Президент нисек хәл итер?
Фото: vk.com
Читайте нас