Яңы коронавирус инфекцияһы пандемияһы беҙҙе сирҙән һаҡланыу сараһын күрергә, хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен үтәргә, ҡулдарҙы йыуып йөрөргә, битлек кейергә, дистанция һаҡларға, вирус эләктергән осраҡта уны уңышлы дауаларға өйрәтте. Әммә инфекция менән идара итеүҙең иң һөҙөмтәле ысулы – ул вакцина эшләтеү. Мөмкин тиклем күберәк һәм тиҙерәк вакциналаныу. Сөнки халыҡтың 60 проценты прививка эшләткән осраҡта ғына ғәҙәти тормошҡа кире ҡайтырлыҡ коллектив иммунитет барлыҡҡа килә.
Нефтекамала күп кенә предприятие һәм ойошмалар бөтә коллектив менән прививка эшләтергә теләк белдереп, хат менән мөрәжәғәт иткән. Шунлыҡтан Нефтекама ҡала дауаханаһында мобиль бригадалар эшләй. Улар вакциналау өсөн алдан төҙөлгән график буйынса коллективтарға йөрөй.
“Урал” сауҙа үҙәгендә көн һайын мобиль пункт эшләй. Ололарға һәм сәләмәтлеге арҡаһында үҙҙәре йөрөй алмаған кешеләргә прививкалау бригадалары өйҙәренә бара.
Бынан тыш, Нефтекама ҡалаһы хакимиәте һәм Сәләмәтлек үҙәге менән берлектә вакциналауҙың күсмә формаһы – ихатала вакциналау ойошторолдо. Мобиль Сәләмәтлек үҙәге көн һайын киске сәғәт 6-нан 8-гә тиклем торлаҡ комплекстары халҡына үҙ ишектәрен аса. Ниндәйҙер сәбәп арҡаһында үҙҙәре поликлиникаға бара алмаусылар өсөн был бик тә уңайлы. Эргәлә генә, өҫтәүенә алдан яҙылырға ла кәрәкмәй.
17 майға ҡарата Башҡортостанға бөтәһе 367 834 доза вакцина алынған. 310496 кеше (84,4%) уның беренсе компонентын эшләткән. Ә 224864 кеше (61,1%)вакциналауҙың ике этабын да үткән.