Кешегә һүҙ әйтеүе лә ҡурҡыныс - бысаҡҡа йәбешәләр

Өфөлә йәшәүсе 31 йәшлек ир йорт янында машинала музыка тыңлап ултырған. Тауышын ныҡ итеп асып.

39 йәшлек ир, минең тәҙрә төбөндә музыка аҡыртып ҡуйма, тип иҫкәрткән икән, уныһы, әле кис түгел, көндөҙ тыңлай алам, тип күршеһенең иҫкәртеүен ҡолағына ла элмәгән.
Йоҡоһо туймай йөрөгәнме икән, һәр хәлдә талағы ташып, йәне көйгән ир урамға сығып, меломанды машина эсенән һөйрәтеп сығарып, дөмбәҫләгән, шунан күкрәгенә бысаҡ сәнскән.
Күршеһен табиптар ҡотҡарған, ләкин барыбер агрессив иргә ун йылға тиклем иректән мәхрүм ителеү янай.
Фото: асыҡ сығанаҡтарҙан.
Читайте нас