Иң шәп пионерҙы асыҡлайбыҙ!

ХӨРМӘТЛЕ ДУҪТАР!Тиҙҙән 19 май – ПИОНЕРИЯ КӨНӨ етә. Ошо уңайҙан төркөмөбөҙҙә шәп конкурс иғлан иткәйнек! Бер аҙна дауамында барған бәйгебеҙгә бик матур, йөкмәткеле эштәр ҡабул иттек. Артабан еңеүсене билдәләү хоҡуғы һеҙгә тапшырыла, хөрмәтле дуҫтар!Иң шәп пионерҙы билдәләү өсөн:«Йәшлек» гәзитенең «Бәйләнештә» селтәрендәге төркөмөнә яҙылырға;Лайыҡлы тип тапҡан конкурсант өсөн тауыш бирергә генә кәрәк.21 майҙа, киске сәғәт 21.00-дә тауыш биреү туҡтатыла. Бүләктәр: еңеүсе хаҡында мәҡәлә һәм уның фотоһүрәттәре "Йәшлек" гәзите биттәрен биҙәйәсәк, шулай уҡ мең һумлыҡ аҡсалата приз тапшырыла.Шуны иҫегеҙҙә тотоғоҙ, «Йәшлек» гәзите төркөмөндә ҡатнашыусыларҙың тауышы ғына иҫәпкә алынасаҡ!

Фото: Т. Аманов
Читайте нас