Енәйәт эҙҙәрен йәшерер өсөн автомобилде яндырған. Мәйет менән бергә

12 майҙа Ғафури районының полиция бүлегенә Урыҫ Һаҫыҡкүле ауылынан бер ҡатын килеп, ихата эсендә иренең яһалма тештәрен табыуын, ҡан таптарын күреүен хәбәр итә.

Полиция хеҙмәткәрҙәре һуңғараҡ Стәрлетамаҡ районы территорияһында янған "Нива" машинаһын таба. Салонда билдәһеҙ кешенең янған мәйете була.
Эксперттар уның Ғафури районының Урыҫ Һаҫыҡкүле ауылынан юғалған 56 йәшлек ир булыуын асыҡлай.
Полиция хеҙмәткәрҙәре артабан тикшереү эше барышында, енәйәттә шикләнгән 34 йәшлек ирҙе эҙләп таба.
Ул ир хәлдең нисек булғанын һөйләп бирә: улар үлтерелгән ирҙең ихата эсендә икәүләп алкоголле эсемлек эсә. Икеһе араһында ыҙғыш сығып, 34 йәшлек ир өлкән иптәшен туҡмай ҙа, уны машинаға тейәй. Машинала ул Стәрлетамаҡ районына юллана. Юлда иптәшенең үлгәнен аңлап, ҡурҡышынан юлдан төшөп китә лә, ағасҡа барып бәрелә. Ҡурҡҡан водитель "Нива"ны яндырып, бәхетһеҙ осраҡты имитациялай. Ләкин автоны яндырыр алдынан ул, һуңынан һатыр өсөн, магнитоланы сисеп ала.
Был факт буйынса енәйәт эше асылған, тип БР буйынса ЭЭМ матбуғат хеҙмәтенән Ф.Әхмәтов яҙа.
Фото: БР буйынса ЭЭМ матбуғат хеҙмәте.
Читайте нас