Атап әйткәндә, республика данын Башҡорт дәүләт университетынан, Өфө дәүләт нефть техник университетынан, Өфө дәүләт авиация техник университетынан, М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетынан, Өфө юридик институтынан 82 студент яҡлаясаҡ.
Быйыл фестиваль 15 – 20 майҙа Түбәнге Новгород ҡалаһында үтә. Бында Рәсәйҙең 75 төбәгенән 3500-ҙән ашыу студент йыйылған.
Билдәле булыуынса, фестиваль «Мәғариф» милли проектының «Социаль әүҙемлек» федераль проектына ярашлы үткәрелә. Конкурс программаһында төбәк программаһы, йыр, бейеү, музыка ҡоралдарында уйнау, мода күрһәтеү, журналистика, видео төшөрөү һәм башҡа үҙенсәлекле жанр номинациялары ҡаралған. Шулай уҡ быйыл яңы йүнәлеш тә өҫтәлгән – «Стрит-арт».