Бөгөн – Интернет көнө

Һай, Интернет, һине уйлап табып, ҡалай ҙа яҡшы иткәндәр! Эйе, уны маҡтап ултырабыҙ. Бынан 30 йыл элек, йәғни 1991 йылдың 17 майында Бөтә донъя селтәре сәхифәһе өсөн WWW (World Wide Web) стандарты рәсми раҫланған.

Уға тиклем үк электрон почта эшләгән, яңылыҡтар менән алмашыу булған. Бөтә донъя селтәре барлыҡҡа килеүгә компьютерсылар араһында «веб» (инглизсәнән – «паутина») һүҙе лә таралып киткән. Шулай итеп донъя веб-сервер, веб-сәхифә, веб-сайттар булдырыу хаҡында ишеткән. Браузерҙар уйлап табылған.
Интернет көндәп түгел, минутлап, секундлап тулылана. Миллионлаған веб-серверҙар донъяның төрлө мөйөшөнән бер-береһе менән тоташа.
Ҡыҙыҡлы факттар:
Ер йөҙөндә 4 миллиард самаһы кеше – онлайнда.
Тик Донъя селтәре (Всемирная паутина) менән Интернетты бутарға ярамай. Интернет селтәрһеҙ ҙә эшләй ала, ә Донъя селтәре унһыҙ – юҡ.
Көн һайын 85 мең сайтҡа “һөжүм” итәләр. “Взлом” арыу ғына зыян килтерә.
“Фейсбук” – иң популяр селтәрҙәрҙең береһе. Уның 2,24 ҡулланыусыһы бар.
Һәр көн 250 миллиард самаһы электрон хат ебәрелә. Шуларҙың 200 миллиарды спам, имеш.
Әйткәндәй
Интернетты нисә кеше контролләй, беләһегеҙме? Ете! Интернетта номер һәм исем биреү буйынса корпорацияла (ICANN) ете кеше эшләй. Уларҙа ете асҡыс бар. Глобаль һәләкәт була ҡалһа, был ете кеше осраша һәм Донъя селтәрен тергеҙә ала. Махсус асҡыстың ете күсермәһе бар. Был теге ете кешенең береһе урынында булмаһа кәрәгәсәк икән.
Фото: vk.com
Читайте нас