Билдәле табип, алып барыусы Александр Мясников абрикос менән персиктың һөйәктәре балалар өсөн бик ҡурҡыныс булыуын "Рәсәй 1" телеканалы эфирында һөйләне.
"Был тәмле емештәрҙең төшөндә ағыулы шыйыҡса - синиль кислотаһы бар, ул кеше ғүмерен өҙөүгә ихтимал, - тине медик. - Йыл һайын йәй осоронда ошо емештәрҙең һөйәген ашаған балалар синиль кислотаһы менән ағыуланып һәләк була".
Ата-әсәләр, был турала белдегеҙ, зинһар, иғтибарлы булығыҙ: өрөктөң, персиктың төшөн балаларығыҙ ашай күрмәһен!
Фото: асыҡ сығанаҡтарҙан.