БР Хөкүмәтендәге оператив кәңәшмәлә Айбулат Хажин республика мәктәптәренең хәүефһеҙлеген тикшереү хаҡында отчет яһаны. Уның һүҙҙәренсә, беренсе категория хәүефкә 51 объект инә, икенсе – 198, өсөнсө – 1989 һәм дүртенсе төркөмгә 1812 учреждение ҡарай.
Белем биреү учреждениеларының хәүефһеҙлек системаһы өсөн 2018 йылда 115,8 миллион һум аҡса бүленгән булһа, 2019 йылда – 300, ә былтыр 233,3 миллион һум ҡаралған булған.
—“Ҡаҙан атыусыһы”на беҙҙең төбәк үҫмерҙәре лә яҙылған булған, - тине министр. - Бөгөн социаль селтәрҙәрҙе хоҡуҡ һаҡлау органдары менән бергә “балаларҙың деструктив ағымдар менән мауығыуын” тикшереү буйынса мониторинг бара.