Бер ир Дүртөйлө районында курьер хеҙмәте асырға теләй

Бының буйынса бизнес планды ул район хакимиәтендә аҙна һайын ойошторолған эшҡыуарлыҡ сәғәтендә күрһәткән. ⏬

Ул әле телефон-планшеттарға ҡуйыла торған ҡушымта эшләү менән мәшғүл. Йүнсел ир муниципалитет кимәлендә бәләкәй һәм кесе эшҡыуарлыҡты үҫтереү программаһы буйынса аҡсалата ярҙамға өмөт итә ала - осрашыуҙың төп темаһы ошо турала булды.
Әйтергә кәрәк, кем үҙ эшен асырға теләй, шулар йәшәгән урындағы район-ҡала хакимиәттәрендә "Эшҡыуарлыҡ сәғәттәре"ндә ҡатнаша ала. Бының өсөн тәүҙә республиканың Инвестициялар порталында теркәлергә кәрәк. Сайты: https://investrb.ru/ru/ , телефон һандары: 8(34787) 2-26-89, 2-19-48
Читайте нас