"Ыуылдырыҡ сәсеү" оператив-профилактика операцияһы бара

Мәләүез районында "Ыуылдырыҡ сәсеү" оператив-профилактика операцияһы барышында полиция хеҙмәткәрҙәре "Башҡортостан" милли паркы территорияһында браконьер балыҡсыны тотҡан.

60 йәшлек ир Күмертау ҡалаһынан айырыуса һаҡланған тәбиғәт биләмәһенә килеп, махсус ҡулайлама – «косынка» менән балыҡ тоторға йыйынған. Балыҡтарҙың ыуылдырыҡ сәскән мәлендә балыҡ тоторға ярамағанын "онотҡан" иргә ҡарата енәйәт эше асылған (РФ ЕК 30 ст.3-сө б. – 256 ст. 1-се б.).
Был турала БР буйынса ЭЭМ матбуғат хеҙмәте хәбәр итә.
Фото: асыҡ сығанаҡтарҙан.
Читайте нас