Улын үлтергән абышҡаһын йәлләгән...

Бәләбәй районының Ермолкин ауылында йәшәүсе 51 йәшлек ҡатын 51 йәшлек граждан ире һәм 24 йәшлек улы менән бергә ултырып араҡы эскәндәр. Иҫерек ирҙәр араһында бер шешә араҡы өсөн ғауға ҡупҡан.

Һүҙ менән еңә алмағас, үгәй бысаҡ алып, егеттең эсенә һәм күкрәгенә сәнскән.
Әсә кеше шунда уҡ "Тиҙ ярҙам"ды саҡырһа, бәлки улы иҫән дә ҡалыр ине. Әммә ул абышҡаһы менән артабан ни эшләү буйынса план ҡороу менән мәшғүл булған.
Егет ҡанһырап йән биргән.
Абышҡаһын яуаплылыҡтан аралап ҡалыр өсөн, улын үлтереүҙе әсә кеше үҙ өҫтөнә алған. Йәнәһе лә, улы уға һөжүм иткәндә, әсә үҙен яҡлап, бысаҡҡа тотонған.
Миңә бер ни ҙә булмаҫ, тип уйлап, улар ауыл хакимиәте башлығына барып, был турала һөйләгән.
Ауыл хакимиәте башлығы үҙ сиратында ваҡиға хаҡында полицияға хәбәр иткән.
Ләкин хәйләкәр пландарын тормошҡа ашыра алмағандар, ҡурҡҡан ҡатын дөрөҫөн һөйләп биргән.
Ирҙе һаҡ аҫтына алғандар, ул үҙ ғәйебен танған.
Фото: асыҡ сығанаҡтарҙан.
Читайте нас