«Оло мөғжизә! Беҙҙең ҡарағастарыбыҙ терелде»

Ҡужан ҡарағастары ни хәлдә?

Уҙған йылдың октябрендә билдәһеҙ әҙәмдәр бензобысҡы менән ҡарағастарҙы ике яҡлап ҡырҡып киткәйне. Ағастарҙы ҡышҡылыҡҡа таяуҙар һәм трос менән нығыттылар, бысылған урындарын һауа үтмәһен өсөн ямап ҡуйҙылар.

Ошо көндәрҙә социаль селтәрҙә япраҡ ярып, балҡып ултырған ҡарағастарҙың фотолары күренә башланы. Халыҡ ҡыуана. «Беҙҙең ҡарағастарыбыҙ терелде. 100 процентҡа түгел әлегә, шулай ҙа өмөт бар. Бындай матурлыҡ мотлаҡ йәшәргә тейеш», – тип яҙа Магнитогорскиҙа йәшәүсе Анна Вәлиева. Ошондай рухтағы яҙмалар менән уртаҡлашыусылар ҡарағастарҙы ҡотҡарыуға ҙур өлөш индергән Клара Абдуллинаға рәхмәт һүҙҙәрен еткерә.

Апрелдә БР Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығы вәкилдәре, белгестәр өлтөклө ҡарағастарға экспедиция ойошторҙо. Белгестәр ирекмәндәр ярҙамында ҡарағастарҙың ҡырҡылған урынына донор ағас һалып, ҡоротҡостарҙан эшкәртте. Был хаҡта зоолог, энтомолог Сергей Герасимов һөйләй. Уның һүҙҙәренсә, донор ағас үҫеп китһә, өлтөк ҡарағас тереләсәк.

Читайте нас