

Был яңылышлыҡҡа шунда уҡ башҡорт фольклорын өйрәнеүсе ғалимдар иғтибар итте. «Тәүге тапҡыр «Ай, былбылым» йырын 1913 йылда Өфө губернаһы Стәрлетамаҡ өйәҙе башҡорто Солтанғәлиев Ҡаҙан университетына этнографик экспедицияһы барышында фонографҡа яҙып ала. 1923 йылда ошо фонографик яҙма нигеҙендә йыр М. И. Бергтың «Һигеҙ татар-башҡорт йыры» эшендә донъя күрә. 2015 йылда билдәле фольклорсы, Башҡортостандың атҡаҙанған артисы А. М. Ҡобағошов «Ай, былбылым» йыры хаҡында мәғлүмәтте «Ғайса Йәнекәевтың мираҫы» китабында баҫтырҙы», — тип һөйләне «Башинформ» агентлығына Республика халыҡ ижады үҙәге етәксеһе урынбаҫары Нәфисә Тулыбаева.
2009 йылдан Рәсәйҙә матди булмаған мәҙәни мираҫ объекттарының реестры булдырыла башланы . Беҙҙә был эш менән Республика халыҡ ижады үҙәге шөғөлләнә. Башҡортостанда йәшәүсе халыҡтарҙың матди булмаған мәҙәни мираҫ объекттарына экспертиза үткәрелә һәм артабан федераль реестрға теркәү өсөн «Башҡорт мәҙәниәтенең берҙәм порталы»на ҡуйыла.