Мәскәү табиптары Башҡортостандан 22 йәшлек ҡыҙҙың битенә операция эшләгән. Ҡыҙ ҡурҡыныс юл-транспорт фажиғәһенә эләгеп, ауыр тән йәрәхәт тәре алған: маңлайында уйпат урын барлыҡҡа килеп, һул күҙе урынынан шылған. Уға хатта керпек ҡағыуы ла ҡыйын булған. Ҡыҙға Мәскәү ҡалаһының Н. Склифосовский исемендәге Ашығыс ярҙам ғилми- тикшеренеү институтынан ярҙам итергә булалар. Табиптар бик ҡатмарлы операция үткәрә. Ҡыҙҙың баш һөйәгендәге ҙур тишекте ямап, реконструктив эндопротез ярҙамында күҙ соҡорон тергеҙәләр.
Операция дүрт сәғәт бара. Наркоздан арыныу менән ҡыҙ маңлайы һәм күҙе тирәһендәге ауыртыуҙың баҫылып ҡалыуын әйтә. Операция эҙҙәре сәс аҫтында күренмәйәсәк, ти табиптар. Алинаға тәүге операциянан ҡалған шрамын бөтөрөү өсөн тағы ла ортодонт, косметологтар ярҙамы кәрәк буласаҡ.