Тағы бер һуғыш ветераны мәрхүм булды

Дәүләкән районында Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы ҡаһарман ҡалманы.

Дәүләкәндә Бөйөк Ватан һуғышы ветераны Георгий Мисюркеев вафат булды.
Ул 1924 йылда Бүрәт республикаһында донъяға килә. Яҙмыш елдәре уны Дәүләкән районына ташлай. Георгий Естафьевич бында ерегеп китә.
Ҡаһарман һалдат Маньчжурия ерҙәрен азат итеүҙә ҡатнаша. Бик күп орден-миҙал менән бүләкләнеп, 1946 йылда ғына тыуған яғына әйләнеп ҡайта. Ветеран Әминә Солтан ҡыҙы Сарманаева менән ғаилә ҡора, өс бала, 6 ейән һәм 10 бүлә тәрбиәләп үҫтерәләр. Ирле-ҡатынлы оҙаҡ йылдар райондың мәғариф системаһында эшләй.
Социаль селтәрҙә хәбәр ителеүенсә, Георгий Естафьевич Дәүләкәндә берҙән-бер һуғыш ветераны булған.
Ветерандың йәне йәннәттә булһын!
Читайте нас