Рулет бешереү өсөн 5 йомортҡа ағы, 300 г шәкәр оно, 20 г кукуруз крахмалы, 1 балғалаҡ аш һеркәһе, 1 балғалаҡ лимон кислотаһы, 20 г кукуруз крахмалы, 300 г эремсекле сыр, 200 г һөт өҫтө (сливки), 100 г шәкәр, 200 г еләк кәрәк.
Йомортҡа ағына шәкәр оно, лимон кислотаһы һалып, блендер менән 10 минут болғатабыҙ. Масса күпергәс, аш һеркәһе , кукуруз крахмалы ҡушабыҙ. Табаға пергамент ҡағыҙы йәйәбеҙ ҙә, ҡатнашманы һалабыҙ, тигеҙләйбеҙ. Өҫтөнә сәтләүек тә һибергә мөмкин. Рулет нигеҙенә әҙерләнгән массаны мейестә 160 градуста 30-40 минут бешерәбеҙ.
Крем әҙерләйбеҙ. Эремсекле сырға шәкәр оно, һөт өҫтө һалып, блендер менән туҡыйбыҙ.
Мерега рулеты бешкәс, мейестән алып һыуытабыҙ. Һуңынан аҫтын өҫкә әйләндерәбеҙ ҙә, крем һылап, төрәбеҙ ( ҡағыҙҙы тиҙ генә әйләндерә барып төрөргә кәрәк). Рулеттың өҫтөнә варенье һыларға, еләк менән биҙәргә мөмкин.