Документта билдәләнеүенсә, 15 майҙан 4 июнгә тиклем Әбйәлил, Белорет, Баймаҡ, Бөрйән, Йылайыр, Ейәнсура, Күгәрсен, Учалы һәм Хәйбулла райндарында урмандарға инергә ярамай. Ни өсөн тигәндә янғын хәүефе үтә юғары булып ҡала. Тыйыу ғәмәлдә булғанда ҡағиҙәне боҙған осраҡта физик шәхескә 4 мең һумдан 5 мең һумғаса, юридик шәхескә 300-500 мең һумғаса штраф һалыуҙары мөмкин.