Генераль-лейтенант Артур Әхмәтханов 2018 йылдың октябренән вафатына тиклем вице-премьер вазифаһын башҡарҙы. Республика Хөкүмәтендә ул хәүефһеҙлек, Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы, Юстиция буйынса дәүләт комитеты, Йәштәр сәйәсәте һәм спорт министрлығы менән үҙ-ара эш итеү мәсьәләләре өсөн яуаплы ине. Ул енәйәтте тикшереү бүлеге оперуполномоченныйынан алып Өфөнөң Орджоникидзе районы эске эштәр идаралығы начальнигына тиклем юл үткән, алты йылға яҡын республика ЮХХДИ-һын етәкләгән, 2005-2008 йылдарҙа —Башҡортостандың эске эштәр министры урынбаҫары, йәмәғәт именлеге милицияһы хеҙмәте начальнигы.
2008-2016 йылдарҙа — Төньяҡ Осетияла эске эштәр министры. Был ябай булмаған Төньяҡ Кавказ округының полиция етәкселеге араһында оҙаҡ йәшәү рекорды тип әйтергә мөмкин. Әхмәтханов ваҡытында Төньяҡ Осетияла кешеләрҙе урлау, сәйәсмәндәрҙе, бизнесмендарҙы заказлы үлтереү менән шөғөлләнгән бер нисә төркөм ағзаларын тотоп, реаль срокка хөкөм иттеләр. Иң яңғырауыҡлы эш — Аслан Гагиев бандаһын юҡ итеү, Владикавказ мэры Виталий Караев һәм республика хөкүмәтенең элекке беренсе вице-премьеры Казбек Пагиев ошо төркөмдөң ҡорбаны булды.
Хеҙмәт итеү осоронда Артур Әхмәтханов IV дәрәжә «Ватан алдындағы хеҙмәттәре өсөн» ордены, Салауат Юлаев ордены, II дәрәжә «Ватан алдындағы хеҙмәттәре өсөн» орденының миҙалы, исемле ҡорал, шулай уҡ башҡа дәүләт наградалары менән бүләкләнгән.