Баҡса еләге мул уңыш бирһен өсөн...

Баҡса еләгенең ауырыуҙары булмаһын өсөн уны нисек эшкәртергә?

Баҡса еләктәрегеҙҙең япраҡтарына тап төшөп, бөтәрләнеп ултыралармы? Тимәк, үҫемлек сирләй.
Иң тәүҙә түтәлде еләктең кипкән япраҡтарынан таҙартығыҙ. Уларҙа ауырыу килтереп сығара торған микроорганизмдар күп була. Бәшмәк ауырыуҙарынан һаҡлау өсөн үҫемлекте 1 процентлы бордос эретмәһе йәки алһыу төҫтәге марганцовка эретмәһе менән эшкәртергә кәрәк. Йод эретмәһе лә еләкте ауырыуҙарҙан һаҡлай. 10 литр һыуға 5-10 тамсы йод ҡушып һибегеҙ.
Читайте нас