Юл фажиғәләре - 12 май

Кисә республика юлдарында ун автомобиль аварияһы теркәлгән, 12 кеше яраланған.

Көндөҙгө сәғәт өстәр тирәһендә Краснокама районында ВАЗ-2112 машинаһы менән КамАЗ бәрелешкән.
ВАЗ-дың водителенең, 49 йәшлек ҡатындың аяҡтары һынған, уның ике пассажиры ла, Марий Эл Республикаһынан 39 йәшлек ир менән Тольятти ҡалаһынан 19 йәшлек ҡыҙ, йәрәхәтләнеп, дауаханаға эләккән.
Тәүлек эсендә 2250-нән ашыуыраҡ юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен боҙоу теркәлгән, 33 иҫерек водитель тотолған.
Фото: Д.Ғилметдинов.
Читайте нас