Улар, ул йәһәттән алдынлығын нығыта төштө. Тимер юлсылар төп бәйгелә ун тапҡыр ҡатнашып, береһендә генә отола. Ә бына уларҙан ике еңеүгә ҡалышҡан ЦСКА футболсылары 11 тапҡыр финалда уйнай. Ғөмүмән, заманында Рәсәй кубогын юғарылағы клубтарҙан тыш, «Зенит» - дүрт, «Спартак» - өс, «Динамо», «Рубин», «Ростов», «Торпедо», «Терек» (хәҙерге «Әхмәт») һәм «Тосно» уйынсылары үҙ тарихында берәр тапҡыр яулағайны. Шулай уҡ, уларҙан тыш беренселектең тағы 12 командаһы финалда уйнап, бәхетен һынап ҡарай. Һамар футболсылары, хатта ике тапҡыр төп бәйгелә ҡатнаша, әммә маҡсатына ирешә алмай.