Аномаль эҫе көтөлә

Башҡортостан буйынса РФ Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы хеҙмәткәрҙәре республика халҡына мөрәжәғәт итә.

Белгестәр үтә ныҡ эҫе буласағы хаҡында иҫкәртә.

Һауа температураһы норманан +7 градусҡа артып китәсәк. Бынан тыш, Туймазы районында бишенсе класлы янғын хәүефе иғлан ителде.

Ҡотҡарыусылар граждандарға организмдың артыҡ ҡыҙыуына һәм ҡояш аҫтында оҙаҡ йөрөмәҫкә кәңәш итә. Урамға йәки тәбиғәткә сыҡҡанда ҡояштан һаҡланыу саралары, баш кейеме һәм күҙлек тураһында онотмаҫҡа кәрәк. Балаларҙы һәм хайуандарҙы туҡталҡаға ҡуйылған машиналарҙа ҡалдырырға ярамай.

«Янғын хәүефһеҙлеге ҡағиҙәләрен теүәл үтәгеҙ. Янған шырпы, тәмәке төпсөгөн ташлау ҡәтғи тыйыла. Быяла ватыҡтарын да ерҙә ҡалдырмағыҙ, улар ҡояш нурҙарын фокуслап, ҡабыҙғыс линзалар кеүек эшләй ала», — тип киҫәтә ведомство хеҙмәткәрҙәре.

Читайте нас