Яҡташыбыҙ - вуз ректоры!

Бөгөн Татарстан башҡорттары ҡоролтайының Советы ағзаһы, Рәсәй башҡорттарының федераль милли-мәҙәни автономияһы Советы ағзаһы Тимур Әлибаев А.Н.Туполев исемендәге Ҡазан милли тикшеренеү техник университетының ректор вазифаһын башҡарыусы итеп тәғәйенләнде.

Тимур Әлибаев 1966 йылдың 12 мартында Учалы районы Өргөн ауылында тыуған. 1990 йылда Ҡазан Дәүләт Университетының тарих факультетын ҡыҙыл дипломға тамамлай. 1995 йылдан алып, әлеге көнгә тиклем Татарстан респупликаһының дәүләт хеҙмәтендә эшләй. Татарстан Республикаһында йәшәгән башҡорттарҙың ижтимағи тормошонда ла әүҙем ҡатнаша.

А.Н.Туполев исемендәге Ҡазан милли тикшеренеү техник университеты - Татарстандың иң боронғо юғары уҡыу йорттарының береһе, ул 1932 йылда ойошторолған. 1992 йылға тиклем Ҡазан Авиация Институты исемен йөрөттө һәм әле лә халыҡта был атама менән киң билдәле. 2009 йылдан алып Милли тикшеренеү университеты статусын йөрөтә.
( "Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы" сайтынан)
Читайте нас