Тап шул кабинетта булған һигеҙенсе класс уҡыусыһы Альбина барыһын да асыҡ хәтерләй:
– Икенсе дәрес бара ине. Директор репродуктор аша барыһына ла йәшенергә ҡушты. Тап шул ваҡытта шартлау яңғыраны, беҙ парта аҫтына инеп ҡастыҡ. Бик ныҡ ҡурҡһаҡ та, тыныс ҡына ултырырға тырыштыҡ. Шунан ул килеп инде... Ата башланы. Егет сығып киткәс, кемдер тәҙрәнән һикерҙе. Һуңыраҡ тағы инеп бер нисә тапҡыр атты.
Был ваҡытта икенсе кабинеттарҙағы уҡытыусылар ишектәрҙе бикләй, балаларға тыныс ултырырға ҡуша. Педагог Алина Зарипова атыш тауышы ишетелгән күрше кабинетта үҙенең улы булыуға ҡарамаҫтан, уҡыусыларын ташлап китмәй. «Ул ата-әсәләрҙең чатына, барыһы ла яҡшы, балалар бында, беҙҙең кабинетта тыныс, тип яҙҙы. Ә был ваҡытта үҙенең малайы күрше, атыш тауыштары яңғыраған кабинетта ине», – тип һөйләй уҡыусыларҙың береһе.
– Беҙ парта артында иҙәндә ултырҙыҡ. Шартлау, атыш тауыштары ныҡ көслө ине. Уҡытыусыбыҙ аҙаҡаса беҙҙең янда булды. Завуч һәм полиция хеҙмәткәрҙәре килеп, беҙҙе сығарып алғас ҡына, үҙенең улын эҙләй башланы. Аҙаҡ таба алмай йөрөгәнен күрҙек, ныҡ илай ине, – тип һөйләй Данияр.
Алдан хәбәр итеүебеҙсә, Ҡазандағы ҡот осҡос фажиғәлә 9 кешенең ғүмере өҙөлдө, 21 зыян күреүсе, уларҙың ун һигеҙе – балалар. Икәүһе үтә ныҡ ауыр хәлдә...
Фото: "Комсомольская правда"