Тәүлек эсендә мутлыҡ буйынса 14 енәйәт эше асылған

Муттарҙың ҡапҡанына иһә 17 кеше эләккән: туғыҙ кешене "банк хеҙмәткәре" алдаған, ете кешене төрлө хеҙмәт күрһәтеүҙә һемәйткәндәр, бер кеше социаль селтәр аша тауар һатып алғанда аҡсаһынан ҡолаҡ ҡаҡҡан.

Стәрлетамаҡта йәшәгән ир «Telegram» платформаһында һумдарҙы долларға алмаштырыу тәҡдименә ҡыҙығып (1 доллар=73 һум) бөтә булған аҡсаһын шунда күрһәтелгән иҫәптәргә күсереп, 738 мең һум аҡсаһынан яҙған.
Белорет районында йәшәгән ҡатын да аҡсаһын арттырырға ниәтләп, ялған банк иҫәптәргә миллиондан ашыуыраҡ аҡсаһын күсергән.
Полиция иҫкәртә: билдәһеҙ кешеләргә аҡса күсермәгеҙ! "Банк хеҙмәткәре" шылтырата икән – трубканы һалығыҙ. Муттар махсус программалар аша банк, полиция номерҙарын ҡуллана ала, бер үк һаҡ булығыҙ.
Фото: асыҡ сығанаҡтарҙан.
Читайте нас