“Фытыр саҙаҡаһы бирелмәйенсә, рамаҙан айында ҡылынған изге ғәмәлдәр һәм ураҙа Аллаһы Тәғәләгә еткерелмәҫ”, – тигән бәйғәмбәребеҙ Мөхәммәт ғәләйһис-сәләм үҙенең мөбәрәк хәҙисендә.
Шуға уны ураҙа ғәйетенә тиклем биреп ҡалырға кәрәк. Хәйерҙе мохтаждарға, сирлеләргә ризыҡ менән дә, аҡсалата ла бирергә була. Күләме ғаиләнең йәшәү хәленә ҡарап билдәләнә. БР Мосолмандары Диниә назараты билдәләүенсә, фитыр саҙаҡаһы күләме быйыл йәшәү кимәле түбән булғандар һәр кеше иҫәбенән 100 – 150 һум, хәллерәк йәшәгәндәр 700 һум түләй. Фиҙиәнең (диндә булып, һаулыҡ торошо буйынса ураҙа тота алмағандар түләй) күләме – 30 көнгә 6 мең.