"Башҡорт ихаталары" программаһы сиктәрендә күп фатирлы 11 йорттоң тирә-яғы төҙөкләндерелә: заманса балалар майҙансығы төҙөләсәк, өҫтәмә парковка урындары булдырыла, юлдар, тротуарҙар ремонтлана. Финанслау федераль, төбәк һәм урындағы ҡаҙналар иҫәбенә, халыҡ та үҙ өлөшөн индергән.
Бынан тыш, "Заманса ҡала мөхитен булдырыу" программаһы сиктәрендә, Йәштәр тыҡрығынан алып Тәүтөҙөүселәр урамына тиклем дә ер төҙөкләндерелә. Унда яңы һуҡмаҡтар, велосипедсылар өсөн юлдар һалынасаҡ, балаларға уйын майҙансығы төҙөләсәк, эскәмйәләр ҡуйыласаҡ.
Фото: асыҡ сығанаҡтарҙан.