140-тан ашыу бәхетһеҙ осраҡҡа юл ҡуйылмаған

Ҡотҡарыусылар 30 апрелдән 10 майға тиклем йылғаларҙың айырыуса хәүефле урындарында – Һаҡмар йылғаһында – Яманташ, Оло Инйәр йылғаһында – Һарышта, Кесе Инйәрҙә Айғыр һикәлтәләрендә дежур итте.

Был участкаларҙа туристар иң күбе 2 майҙан 3 майға тиклем күҙәтелгән. Айғыр һикәлтәһе аша 665 кәмәлә 3695 турист, «Һарышта» һикәлтәһе аша 796 кәмәлә 3406 кеше, Яманташ һикәлтәһе аша 69 кәмәлә 350 кеше үткән.
Рейд ваҡытында ҡотҡарыусылар туристар менән һыуҙа үҙеңде тотоу ҡағиҙәләре, юлдың айырыуса хәүефле урындарының үҙенсәлектәре тураһында инструктаж үткәрҙе.
Улар туристарҙы 140-тан ашыу бәхетһеҙ осраҡтан аралап ҡалған, биш турисҡа беренсе ярҙам күрһәтелгән. Шулай уҡ рейд ваҡытында «Айғыр» тимер юлы станцияһы янында янғын һүндерелгән.
Фото: Башинформ.
Читайте нас